10 декабрь, Шәмбе

14 июнь 2016 йыл, 10:06

Рөстәм Хәмитов Бәләбәй районында һабантуйҙа ҡатнашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 11 июндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бәләбәй районында һабантуйҙа ҡатнашты. Республика етәксеһе район халҡын яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуы менән ҡотланы.

– Был көндә беҙ баҫыу эшсәндәрен данлайбыҙ, уларға рәхмәт әйтәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ауыл халҡына ғына түгел, ҡалала һәм районда йәшәүселәрҙең барыһына ла. Намыҫлы эшләгән һәр кем наградаларға лайыҡ. Әлбиттә, игенсе өсөн төп награда – мул уңыш.

Хәл ителмәгән мәсьәләләргә ҡарамаҫтан, Башҡортостан әүҙем үҫешә, тип билдәләне республика Башлығы. Уның уңыштарында һәм ҡаҙаныштарында төбәк халҡының да роле ҙур.

– Көн һайын Башҡортостанда 2 миллион самаһы кеше эшкә сыға. Улар эшләй, тормошобоҙҙо алға этәрә, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Власть ҡына бөтә проблемаларҙы ла хәл итә алмай. Бергәләп, бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләргә кәрәк.

Төбәк етәксеһе эшсәндәрҙе бүләкләне һәм йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар тапшырҙы.

Байрам программаһында ижади коллективтарҙың сығышы, конкурстар, ат спорты ярыштары ҡаралғайны. Рөстәм Хәмитов муниципалитет предприятиелары һәм учреждениеларының тирмәләрен ҡараны һәм биләмәне социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.