11 декабрь, Йәкшәмбе

10 июнь 2016 йыл, 17:37

Республикала Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүгә эштәр ҡабул ителә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия 2016 йылдың 15 июненән 15 июленә тиклем документтар ҡабул итә.

Ике йылға бер тапҡыр йәмәғәтселектә танылыу алған һәм Башҡортостандың художество мәҙәниәтен байытҡан иң талантлы, яңылығы һәм үҙенсәлеге менән айырылып торған әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн өс премия бирелә. Конкурста эштәрҙе ҡабул итеү ваҡыты үткәнгә тиклем кәмендә ярты йыл алдан халыҡҡа сығарылған: әҙәбиәт өлкәһендә — матбуғатта донъя күргән; музыка, театр, һынлы, хореографик, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендә — йәмәғәтселектең киң ҡатнашлығында башҡарылған; архитектура өлкәһендә файҙаланыуға тапшырылған әҫәрҙәр ҡатнаша ала. Комиссия тарафынан конкурста ҡатнашыуға рөхсәт бирелгән әҫәрҙәрҙең исемлеге республика матбуғатында баҫылып сыға. Дәғүәселәр коллективы биш кешенән артмаҫҡа тейеш.

Министрлыҡтар, ведомстволар, предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре, уҡыу йорттары, гәзит һәм журнал редакциялары әҫәрҙәрҙе һәм эштәрҙе премияға тәҡдим итә ала. Эштәр коллегиялар, президиумдар, идара, художество һәм ғилми советтар ултырыштарында, хеҙмәт коллективтары йыйылыштарында тәҡдим ителә һәм бөтә яҡлап тикшерелә. Эште баһалағанда уның художество процесында тотҡан урыны, һәр кандидаттың ижади өлөшө билдәләнергә тейеш.

Материалдар 15 июндән 15 июлгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, 315-се, 419-сы бүлмәләр. Белешмәләр өсөн телефон: 280-80-93, 280-80-75. Тейешле мәғлүмәт республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.

темалар: премиялар