5 декабрь, Дүшәмбе

10 июнь 2016 йыл, 15:50

Республикала «Ҡоролтай тауышы» гәзитенең тәүге һаны донъя күрҙе

фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Ҡоролтай тауышы» тигән яңы гәзит сыға башланы. Баҫма уҡыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының башланғыстары менән таныштыра. Улар иҫәбендә — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәйкәл ҡуйыу, шулай уҡ «Өфө» аэропортына Муса Гәрәевтың исемен биреү.

Гәзиттә Рәсәй философы, социолог, Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры Фәнил Фәйзуллин менән әңгәмә баҫылған, ул унда туған телде, башҡорт мәктәптәрен һаҡлап ҡалыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү хаҡында һөйләй, тип хәбәр иттеләр башҡарма комитеттың матбуғат хеҙмәтендә.  

Алты меңдән ашыу телдең 288-е генә Википедияла бирелгән, улар араһында башҡорт теле лә бар, тип билдәләй Башҡорт Википедияһында ҡатнашыусы Айсар Үҙәнбаев. Йәмәғәтсе теләгән һәр кемде уларҙың командаһына ҡушылырға һәм Башҡортостанды бөтә донъяға танытыу өсөн интернетты файҙаланырға саҡыра.

Йәштәр битенең геройы — КВН-дың башҡорт асыҡ лигаһы рәйесе Урал Кәримов. Ул уңышҡа илтеүсе биш баҫҡыс хаҡында бәйән итә, йәйгә пландары менән уртаҡлаша.

Редакция тәүге һанда уҡ гәзит уҡыусылар араһында иң яҡшы очеркка, мәҡәләгә һәм яңылыҡтарға конкурс иғлан итте. Төп маҡсат — тыуған еренә тоғро кешеләрҙе күрһәтеү, халыҡ һөнәрҙәрен, эшҡыуарлыҡты пропагандалау.

«Ҡоролтай тауышы» гәзите «Башҡортостан» республика гәзитенә ҡушымта рәүешендә айына бер тапҡыр сыға. Үҙ баҫмаһын сығарыу тураһында ҡарар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы ултырышында ҡабул ителде. Фекер алышыуҙа ойошма рәйесе, республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаты Әмир Ишемғолов етәкселегендә башҡарма комитет ағзалары, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан» ДТРК-һы, редакция һәм журнал, Башҡорт Википедияһы вәкилдәре ҡатнашты.