9 декабрь, Йома

10 июнь 2016 йыл, 15:01

Башҡортостанда 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек башланды

фото: Башҡортостан Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда халыҡ-ара форумдар һәм саммиттар уҙғарыуҙың ыңғай тәжрибәһен иҫәпкә алып, 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек башланды. Был хаҡта Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы Советы президиумының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе Зөһрә Рәхмәтуллина һөйләне. Сара Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үтте. Парламентарий ойошманың күп милләтле йәмғиәттә мәҙәниәттәр диалогын нығытыуҙағы ролен билдәләне.

Ултырышта ассамблеяның һәм уның төбәк бүлексәләренең эшмәкәрлеген әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды, Ғилми-эксперт советы составы һәм төбәк бүлексәләрендә ошондай советтар булдырыу мөмкинлектәре раҫланды.

Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы илдә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса әүҙем эш алып бара, һәм ултырыш барышында Рәсәй Президентының «Милләттәр берҙәмлеген нығытыуға индергән өлөш өсөн» премияһына дәғүәселәр тикшерелде. Шулай уҡ Түбәнге Новгород ҡалаһында «Рәсәй халыҡтары конгресын» ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Унда илдәге күп һанлы халыҡтарҙың мөһим этномәҙәни үҫеш проблемалары тикшерелә.