Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы үткәреү өсөн участкаларҙың әҙерлеге тикшерелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

2014-2018 йылдарҙа Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу сараларының календарь планына ярашлы инструкторҙар эш башланы. Биналарҙың әҙерлеген баһалау һәм акт буйынса ҡабул итеү уларҙың күҙ алдында башҡарыла. Инструкторҙар унда сентябрь айы башланғанға тиклем эшләй.

Башҡортостанстатта хәбәр итеүҙәренсә, инструкторҙар участкаһы телефон элемтәһе менән йыһазландырылған, Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу объекттары тураһында мәғлүмәт йыйыусыларҙы өйрәтеү һәм уҡытыу, документтар һаҡлау өсөн уңайлы булырға тейеш.

Төбәктә 1,2 миллион объектты теркәү күҙ уңында тотола. Кампанияла ике меңдән ашыу иҫәп алыусы ҡатнаша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу 1 июлдән 15 авгусҡа тиклем дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть