7 декабрь, Шаршамбы

10 июнь 2016 йыл, 13:06

Баш ҡалала үтәсәк «Студент яҙы»на БРИКС һәм ШОС илдәре йәштәре килә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 24-28 июндә Өфөлә «БРИКС һәм ШОС илдәренең студент яҙы» халыҡ-ара фестивале уҙғарыла. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға донъяның 17 иленән меңдән ашыу ижади һәм талантлы студенттар килә.

Сараның үҙенсәлеге шунда: ул ҡатнашыусыларҙың ижади сығыштары ғына түгел, «Студент яҙы» барышында белем биреү майҙансыҡтары ла эшләй. Бер үк ваҡытта биш майҙансыҡ асыла.

Улар иҫәбендә «Универвидение» (йәш башҡарыусылар өсөн), «Медиаяҙ» (йәш журналистар өсөн), «Яҙ королеваһы» (матурлыҡ конкурсы), «Арт холл» (ижади коллективтар өсөн), «БРИКС һәм ШОС илдәренең II йәштәр форумы» (йәш лидерҙар һәм эшҡыуарҙар өсөн эшләү майҙансығы) бар, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан Рәсәй Йәштәр союзының матбуғат хеҙмәтендә.

Сәхнә йүнәлешендә ҡатнашыусылар айырым номинацияларҙа һайлап алыу турын үтә. Уларҙы эксперттар һәм шоу-бизнес йондоҙҙары баһалай.

Сараны ойоштороусылар — Рәсәй Йәштәр союзы, илдең Мәҙәниәт, Фән һәм мәғариф министрлыҡтары һәм Башҡортостан Хөкүмәте.