5 декабрь, Дүшәмбе

10 июнь 2016 йыл, 12:27

Өфөлә йәштәр һәм студенттар өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторола

фото: Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәге

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 16 июндә Өфөлә йәштәр һәм студенттар өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторола.

Баш ҡалалағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, йәштәр өсөн буш эш урындары байтаҡ. Вакансиялар араһында сауҙа агенты, бармен, кер үтекләүсе, кассир, курьер, мерчендайзер, оператор, официант, ашнаҡсы, һатыусы, промоутер, эшсе һәм белдереү йәбештереүсе бар.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Өфө, Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.