4 декабрь, Йәкшәмбе

10 июнь 2016 йыл, 12:06

Режиссер Вадим Вәлиуллиндың «Кредит» исемле фильмы «Кинотавр» ХХVII кинофестивалендә төп призға лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө режиссеры Вадим Вәлиуллин «Кинотавр» ХХVII кинофестивалендә төп призға лайыҡ булды. Уның дауалап булмай торған сиргә дусар булған ҡыҙҙың ипотека кредитын түләүе хаҡында бәйән иткән «Кредит» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмы иң яҡшыһы тип танылды. Был хаҡта кино-театр.ру сайты хәбәр итә.

«Кинотавр» фестивале Сочиҙа 6 июндән 13-нә тиклем бара. Әлегә ҡыҫҡа метражлы конкурсҡа йомғаҡ яһалған. Өс көн эсендә тамашасылар һәм баһалама ағзалары 26 фильм ҡараған. Жюри составына продюсер Елена Гликман, режиссер Жора Крыжовников, актриса Дарья Екамасова, кино тәнҡитсеһе Лариса Малюкова ингән. «Кинотавр» президенты Александр Роднянский, директор Ситора Алиева һәм программа директоры Ирина Любарская режиссерҙарға күберәк эшләргә, форматты үҙгәртеүҙән, баһаларҙан, конкуренциянан ҡурҡмаҫҡа саҡырҙы.