9 декабрь, Йома

10 июнь 2016 йыл, 11:27

Сибайҙа «Урал аръяғы-2016» эшҡыуарлыҡ форумы асылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Сибайҙа «Урал аръяғы-2016. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ — идеянан алып тормошҡа ашырғанға тиклем» тип аталған эшҡыуарлыҡ форумы асылды. 11 июндә форум үҙ эшен Әбйәлил районында дауам итә.

Пленар ултырыш һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышын үткәреүҙән тыш, программала төрлө түңәрәк өҫтәлдәр һәм фекер алышыуҙар ҡаралған.

Тикшереү өсөн тәҡдим ителгән темалар араһында — бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам институттары һәм ҡоралдары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса иң яҡшы төбәк һәм муниципаль тәжрибәләр, «Бизнес өсөн күп функциялы үҙәк» йүнәлешен ғәмәлгә ашырыу, субконтрактация һәм аутсорсинг нигеҙендә ҙур предприятиеларҙы һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты берләштереү, шулай уҡ инвестициялар йәлеп итеү һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн туристик-рекреацион ҡеүәт.

Ике көнлөк форум барышында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡаралған. Улар араһында — Магнитогорск металлургия комбинаты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу, Ҡытай партнерҙары менән — Сибайҙа цемент заводын төҙөү буйынса инвестиция проектын, Мәскәү партнерҙары менән Урал аръяғы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең уҡыу-күрһәтеү йәштәр үҙәген төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырыу буйынса ниәттәр тураһында протокол.

Бынан тыш, Урал аръяғында еңел сәнәғәт өлкәһендә эшҡыуарлыҡ башланғыстарын ғәмәлгә ашырыу буйынса «Колибри» компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡаралған. Ошондай бер проектты тормошҡа ашырыу төбәктә яҡынса 500 ҡатын-ҡыҙ өсөн яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.