3 декабрь, Шәмбе

10 июнь 2016 йыл, 10:30

Дәүләкәндә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы экспозицияларын яңырта

фото: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Дәүләкәндә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын саҡыра. Бында төбәктең әҙәби тормошо һәм танылған прозаиктың ижады менән танышырға мөмкин. Ул ғүмеренең күп өлөшөн Мәскәүҙә үткәргән. Әхиәр Хәкимов «Әҙәби гәзит»тең СССР халыҡтары әҙәбиәте бүлеге мөхәррире, РСФСР-ҙың Яҙыусылар союзы идараһы секретары, Әҙәбиәт институтында уҡытыусы булған.

Йорт-музейҙың майҙаны — 128 квадрат метр, ул 2004 йылда асылған. Фонд 2 мең дана самаһы тәшкил итә: китаптар, шәхси әйберҙәр, ҡулъяҙмалар, фотоһүрәттәр, йөкмәткеле видео һәм аудиоархивтар. Урындағы телевидение яҙыусының тыуған яғына ҡайтыуын, уның төрлө сараларҙа ҡатнашыуын, халыҡ алдында сығыш яһауын даими яҡтыртып барған.

«Яҙыусының хәләл ефете Лидия Камал ҡыҙының теләге буйынса, беҙ бында бер нәмәне лә үҙгәртмәнек, шул килеш ҡалдырҙыҡ. Ул 1990 йылдар башынан алып вафат булғанға тиклем йәй һайын ғаиләһе менән ошонда йәшәне. Яҙыусының ҡатыны — биолог, бында сәскәләр, йәшелсәләр үҫтерҙе, баҡсала хуш еҫтәр аңҡый ине», — тип иҫенә төшөрә Гөлүзә Арыҫланова.

Яңыраҡ музейҙа Дәүләкән районында тыуып үҫкән билдәле яҙыусы һәм уҡытыусы Рәсимә Ураҡсинаға арналған бүлмә асылды. Сара күптән түгел арабыҙҙан киткән яҙыусының тыуыуына 65 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо.

Шулай уҡ бында оҙаҡ йылдар «Дим» әҙәби берекмәһе эшләп килә. Әхиәр Хәкимов тере сағында уҡ башланған проект үҙ эшен тергеҙҙе (ул берекмәнең етәксеһе булған). Дәүләкән типографияһында урындағы авторҙарҙың дүрт шиғри йыйынтығы баҫылған. «Ләйсән ямғыр» исемле яңы китапта рус, башҡорт һәм татар телдәрендә 30-ға яҡын авторҙың әҫәре донъя күрәсәк.

Музейҙа саралар Әхиәр Хәкимовтың иҫтәлегенә арнап үткәрелә, биш йыл һайын уның исемендәге премия тапшырыла. Ғәҙәттәгесә, 23 августа Дәүләкән районы делегацияһы яҙыусының ҡәберен тәртипкә килтерә.

Музей шишәмбе, кесаҙна, йома һәм шәмбе көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Адресы: Дәүләкән ҡалаһы, Яр буйы урамы, 31. Билет хаҡы — 20-30 һум, льготалы категорияларға — бушлай.

темалар: музейҙар