5 декабрь, Дүшәмбе

09 июнь 2016 йыл, 18:01

Рөстәм Хәмитов башҡарыу производствоһы буйынса конференцияла сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 9 июндә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башҡарыу документтарында мөлкәткә ҡарамаған талаптарҙы үтәү тәртибе: мөһим мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары» тип аталған VII Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның пленар ултырышында сығыш яһаны.

Ултырыш башланыр алдынан республика етәксеһе Суд приставтары федераль хеҙмәте директоры – Рәсәйҙең баш суд приставы Артур Парфенчиков, Халыҡ-ара суд башҡарыусылары союзы президенты Франсуаза Андрие һәм Рәсәйҙең юстиция министры урынбаҫары Алу Алханов менән осрашты.

Приставтарҙың эше һөҙөмтәһендә былтыр республикала 9 миллиард һумлыҡ бурыс түләтелде, шуларҙың 3 миллиарды – федераль ҡаҙнаға, 1 миллиард самаһы – республика һәм урындағы бюджеттарға, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

– Суд приставының эше ҡатмарлы, ул белемдән тыш, түҙемле, кешелекле булыуҙы талап итә. Суд ҡарарҙарын үтәү бурысы йөкмәтелгән хеҙмәткәрҙәр профессиональ юрист, иҡтисадсы булырға, өҫтәүенә кеше яҙмыштарын күрә белергә тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡарыу производствоһының күп категориялары араһында мөлкәткә ҡарамаған талаптар иң ҡатмарлыһы һанала. Улар приставтың ғына түгел, башҡа власть органдарының да аныҡ, айырыуса бурыслылар, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү, сит илгә сығыуҙы сикләү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса эшен күҙ уңында тота. Ошондай ҡарарҙарҙы үтәгәндә ҡайҙа кешегә ҡарата закон талаптарының тамамланыуын һәм уның хоҡуҡтарын боҙоу башланғанын белеү мөһим.

9-11 июндә Өфөлә VII Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙа. Сараны Башҡорт дәүләт университеты, Бөтә Рәсәй дәүләт юстиция университеты, Юридик белем биреү ассоциацияһы менән берлектә Башҡортостан Хөкүмәте, Халыҡ-ара суд башҡарыусылары союзы ярҙамында Суд приставтары федераль хеҙмәте ойоштора.