8 декабрь, Кесе йома

09 июнь 2016 йыл, 16:13

Башҡорт дәүләт медицина университетында яңы психотерапия кафедраһы асылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡорт дәүләт медицина университетында психотерапевтар әҙерләү буйынса яңы кафедра асылды. Юғары уҡыу йортоноң Ғилми советында ошо хаҡта ҡарар ҡабул ителде. Өфөлә үткән VI Социаль психиатрия һәм наркология буйынса милли конгресында Башҡортостан Башлығы әлеге йүнәлештәге белгестәр әҙерләргә ҡушҡайны.

Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Дәүләт Йыйылышы депутаты Валентин Павлов фекеренсә, психик сәләмәтлек, күңел торошо проблемалары — хәҙерге йәмғиәт өсөн бик мөһим. Стресс, урбанизация, коммуникатив мөмкинлектәр, виртуаль донъяға күсеү — быларҙың барыһы ла төрлө проблемаларға килтерә, улар йәштәрҙә, урта йәштәге кешеләрҙә кире сағылыш таба. Һөҙөмтәлә психик сирле пациенттар күбәйә.

Ректор әйтеүенсә, яңы кафедра ҙур фәнни эште дауам итәсәк һәм ошо өлкәлә тәжрибә мәктәбен ойошторасаҡ. Милли конгресс барышында профессор Владимир Юлдашев, профессор Лилиә Вәлиуллина һалған нигеҙҙәр (хәҙер Илгиз Тимербулатов дауам итә) Рәсәй һәм сит ил белгестәренең юғары баһаһына лайыҡ булды.

«Был  йүнәлеш бик мөһим. Республиканың бөтә табиптары һәм тар белгестәр ошо йүнәлештә эшләү өсөн заманса белемгә һәм тәжрибәгә эйә булырҙар, тип ышанабыҙ. Юғары уҡыу йорто иһә психиатрия, психотерапия һәм клиник психология өлкәһендә ғилми ҡеүәтте үҫтереү өсөн ҡеүәтле ҡорал аласаҡ», — тип иҫәпләй Валентин Павлов.