4 декабрь, Йәкшәмбе

09 июнь 2016 йыл, 15:15

Рәсәй көнөндә почта ял итә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй көнөндә почта ял итә. Был хаҡта республиканың Федераль почта элемтәһе идаралығы хәбәр итә. 12 июндә хаттарҙы алыу һәм таратыу ҡаралмаған. Дүшәмбе, 13 июндә, бүлексәләр йәкшәмбе режимы буйынса ҡабул итә. 14 июндә почта, ауылдағы бүлексәләрҙән тыш, ғәҙәттәгесә эшләй.

темалар: почта