10 декабрь, Шәмбе

09 июнь 2016 йыл, 14:50

Өфөләге «Гидравлика» һәм Октябрьскийҙағы «ОЗНА» импортты алмаштырыусы проекттарға 400 миллион һумдан ашыу займ аласаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөләге «Гидравлика» һәм Октябрьскийҙағы «ОЗНА» импортты алмаштырыусы проекттарға 400 миллион һумдан ашыу займ аласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Сәнәғәтте үҫтереү фондының эксперт советы Башҡортостандың тағы ике проектын тормошҡа ашырыу өсөн ике льготалы займ биреүҙе (йылына биш процент менән) хупланы. Өфөлә илдә етештерелгән пассажир самолеттары өсөн газ турбинаһы двигателдәрен сығарыуға 300 миллион һум аҡса тотонолоуы ихтимал. Октябрьский ҡалаһында быраулау насостары өсөн инновациялы тығындар етештереүгә 116 миллион һум бүлеү ҡаралған.  

Быға тиклем Сәнәғәтте үҫтереү фонды «Станкостроение» ғилми-етештереү берекмәһе менән займ килешеүенә ҡул ҡуйғайны. Ошо берекмә Стәрлетамаҡта һанлы идара итеү станоктары өсөн заманса корпустар етештереүҙе яйға һалырға ниәтләй. Займдың суммаһы — 235,3 миллион һум.

Белорет металлургия комбинатының проекты ла хуплау тапты. Ул ҡорос канаттар етештереүҙе күҙ уңында тота. Займдың суммаһы — 255,3 миллион һум.

2014 йылдың аҙағында Рәсәй сәнәғәтен яңыртыу, яңы производстволар ойоштороу һәм импортты алмаштырыуҙы тәьмин итеү өсөн Сәнәғәтте үҫтереү фонды булдырылды. 2015 йылдан фонд 62 проектҡа льготалы берлектә финанслау мөмкинлеге бирҙе. Займдарҙың дөйөм суммаһы 20,8 миллиард һум тәшкил итә.