Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡорт режиссерының фильмы Сочиҙа «Кинотавр» фестивалендә күрһәтелә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт режиссеры Вадим Вәлиуллиндың «Кредит» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмы «Кинотавр» ХХVII Асыҡ Рәсәй кинофестивалендә ҡатнаша. Бөтәһе 400 ғариза килгән, ҡыҫҡа метр программаһына 27 кинотаҫма ингән.

Фильмдың сценарий авторы, продюсеры һәм композиторы — Вадим Вәлиуллин, операторы — Артем Айсин. Авторҙар әйтеүенсә, кинокартинаның бюджеты 8 мең һумға барып баҫҡан.

«Кинотавр» фестивале Сочиҙа 6 июндән 13-нә тиклем бара. Быйыл «Короткий метр» номинацияһында башлыса йәш режиссерҙар эштәрен тәҡдим итә. Еңеүсенең исеме бөгөн билдәле була. Эштәрҙе продюсер Елена Гликман, режиссер Жора Крыжовников, актриса Дарья Екамасова, кино тәнҡитсеһе Лариса Малюкова баһалай.

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть