Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына яңы директор тәғәйенләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

8 июндә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры коллективын яңы директор — Альберт Имаметдинов менән таныштырҙылар.  

Альберт Әлфрит улы Имаметдинов Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған. Санкт-Петербург театр сәнғәте академияһында ҡурсаҡ театры режиссураһы етәксеһе Николай Наумов курсында уҡыған. 2009 йылдан алып ҡуйыусы режиссер сифатында ҡурсаҡ театрында эшләй. 2015 йылда уға театрҙың баш режиссеры вазифаһын ышанып тапшырҙылар.

2015 йылдың 30 декабренән элекке директор Илмар Әлмөхәмәтов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына күскәндән һуң ҡурсаҡ театры директоры вазифаһын башҡарҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть