9 декабрь, Йома

09 июнь 2016 йыл, 10:44

«Башинформ» агентлығы Дәүләкәндә мобиль редакция аса

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кесаҙна, 9 июндә, «Республика Онлайн» проекты сиктәрендә, «Башинформ» агентлығының мәғлүмәт хеҙмәте Дәүләкән районына бара. «Глория» кафеһында мобиль редакция асыла. Көн дауамында агентлыҡ хәбәрселәре Дәүләкән ҡалаһы һәм районының инфраструктура, социаль, мәҙәни объекттарын ҡарай, халыҡ менән осраша, йәмәғәт фекере лидерҙары менән әңгәмәләшә.

Шулай уҡ Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илшат Фазрахманов менән осрашыу, райондың инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышын яҡтыртыу, предприятиелар эше менән танышыу ҡаралған. Эш сәфәре йомғаҡтары буйынса бөтә мәҡәләләр «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы һәм «Йәмәғәт электрон гәзите» сайттарында баҫыла.