5 декабрь, Дүшәмбе

09 июнь 2016 йыл, 10:04

Төбәктә нисә кеше география һәм әҙәбиәт буйынса БДИ-ны 100 балға тапшырғаны билдәле булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарының тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды. Республика Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, өс кеше географияны һәм әҙәбиәтте 100 балға яҙған.

Сығарылыш уҡыусылары теләк буйынса имтихандарҙы 27 майҙа тапшыра башланы. Республикала географияны 843 кеше бирҙе. Уларҙың икәүһе 100 балл йыйған.

Әҙәбиәттән 1023 кеше һынау тотто. Бер уҡыусы 100 балл туплаған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, география һәм әҙәбиәт буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы барышында биш уҡыусы үҙҙәрен насар тойоу сәбәпле тест һорауҙарына яуап бирә алманы. Улар имтиханды резерв көндә тапшыра.  

Һөҙөмтәләр менән килешмәгән уҡыусылар апелляцияға бирә ала. Уларҙы 9 һәм 10 июндә иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем ҡабул итәләр. Конфликт комиссияһы ултырышы 14 һәм 15 июндә көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 6-ға тиклем үтә. Адресы: Өфө, Минһажев урамы, 120, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты.

темалар: мәғариф, бди-2016