10 декабрь, Шәмбе

08 июнь 2016 йыл, 17:36

Өфөләрҙе Ҡала көнө уңайынан ауыл хужалығы йәрминкәһенә саҡыралар

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 11 июндә баш ҡалалағы Спорт һарайы алдында ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола. Ул Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға — 442, Салауат Юлаевтың тыуыуына 262 йыл тулыу һәм Рәсәй көнө уңайынан үткәрелә.

Йәрминкәлә баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына республика тауар һәм ауыл хужалығы етештереүселәре, дөйөм туҡланыу предприятиелары продукцияһы, шулай уҡ үҫентеләр тәҡдим ителә.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре йыл әйләнәһенә тиерлек уҙғарыла. Улар урындағы тауар етештереүселәргә ярҙам күрһәтеүҙә, ҡала халҡын сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Ҡағиҙә булараҡ, йәрминкәләрҙә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар Өфөнөң сауҙа предприятиелары менән сағыштырғанда 10-15 процентҡа кәмерәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл баш ҡалала 22 ит йәрминкәһе ойошторолған, унда республиканың 49 районы үҙ продукцияһын тәҡдим иткән.