3 декабрь, Шәмбе

08 июнь 2016 йыл, 16:13

Республикала «Уйын» байрамында тәүге тапҡыр башҡорт халыҡ уйындары тергеҙелә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 11 июндә Ҡырмыҫҡалы районы Тауһеңер ауылы янында тәүге тапҡыр «Уйын» халыҡ байрамы ойошторола. Байрам 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан «URALFEST» проектының бер өлөшө булып тора. Әлеге проект Башҡортостан Башлығының 9 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булған.

«Уйын» милли байрамында «Уҡ атыу», «Таш ырғытыу», «Ҡыҙ ҡыуыу» кеүек башҡорт халыҡ уйындарын тергеҙеү ҡаралған. Ҡарау ғына түгел, ошо бәйгеләрҙә һәм ярыштарҙа ҡатнашырға ла мөмкин. Байрам барышында «Ылаҡ» милли уйыны ойоштороласаҡ, интерактив этнографик майҙансыҡтар: «Бүләктәр аллеяһы», солоҡсолоҡ майҙансығы, «Башҡорт йәйләүе», тирмәләр, халыҡ кәсептәре күргәҙмә-йәрминкәһе эшләйәсәк. Ҡунаҡтар ҡымыҙҙан, ҡаҙылыҡтан ауыҙ итә аласаҡ.

Фестиваль барышында халыҡ һәм милли, йәштәр, спорт уйындары, ат сабыштары, көрәш, тирмәләр конкурсы ҡаралған.

Жюри составында билдәле спортсылар һәм мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре эшләй. Жюри рәйесе — Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев.

«Уйын» халыҡ байрамында Әбйәлил, Бөрйән, Ғафури, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Учалы һәм Мәләүез райондары вәкилдәре ҡатнаша. Байрам «Ритайым» флешмобы һәм Ҡырмыҫҡалы районының үҙешмәкәр коллективтары концерты менән тамамлана.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте. «Уйын» байрамы иртәнге сәғәт 11-ҙә асыла.