3 декабрь, Шәмбе

08 июнь 2016 йыл, 15:28

Төбәктә көслө ел сығыуы көтөлә — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөн Башҡортостанда ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы, йәшен йәшнәүе һәм елдең тиҙлеге секундына 25 метрға етеүе көтөлә, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы. Электр тапшырыу линияларының өҙөлөүе, нығытылмаған конструкцияларҙың, ағастарҙың ҡолауы, шулай уҡ М-5 һәм М-7, Р-240 трассаларында юл-транспорт ваҡиғалары булыуы ихтимал, тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар.

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда «01» йәки «112» телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.

9 июндә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр, айырым райондарҙа боҙ-борсаҡ яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫә, айырым райондарҙа елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе күҙаллана. Һауа температураһы төндә — 7-12 градус, көндөҙ 16-21 градус йылы.

10 июндә республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Һауа температураһы төндә 8 градустан күтәрелмәйәсәк, көндөҙ 23 градусҡаса йылы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 июндә Борай районында дауыл ҡупты, уның тиҙлеге секундына 23 метрға етте. Шабай ауылы ғәрәсәт уртаһында тороп ҡалды. Һөҙөмтәлә шәхси йорттарҙың, мәктәптең һәм клубтың ҡыйыҡтары емерелде. Бынан тыш, электр тапшырыу линиялары өҙөлдө һәм электр энергияһын биреү туҡтатылды.