11 декабрь, Йәкшәмбе

08 июнь 2016 йыл, 14:56

Республика перинаталь үҙәге 98 процентҡа әҙер

фото: Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор аппаратының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә Аврора урамында урынлашҡан Республика перинаталь үҙәге 98 процентҡа әҙер. Кисә медицина учреждениеһын дәүләт милкенә тапшырыу мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үтте. Кәңәшмә эшендә Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов ҡатнашты.

Перинаталь үҙәктә лифт һәм елләтеү системаһы эшләй, йылылыҡ бирелгән, эске һәм тышҡы биҙәү эштәре тамамлана, янғын хәүефһеҙлеге системаһы ҡуйыла. Эшселәр үҙәктең биләмәһен төҙөкләндерә, ағас ултырта. Төҙөүсе фирма вәкиле әйтеүенсә, объект 98 процентҡа әҙер.

«Проект буйынса, клиникала йөклөлөк патологияһы, яңы һәм етлекмәй тыуған сабыйҙар патологияһы, акушерлыҡ, физиология һәм гинекология бүлектәре буласаҡ. Стационар республика перинаталь үҙәге структураһында һәм 130 койкаға иҫәпләнгән. Объекттың сметала ҡаралған хаҡы — ике миллиард һумдан ашыу. Финанслау Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Мотлаҡ медицина страховкалау фонды араһында ҡул ҡуйылған килешеү сиктәрендә тәьмин ителә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор аппаратының матбуғат хеҙмәтендә.  

Кәңәшмәлә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре пациенттарҙы юғары квалификациялы табиптар ҡабул итәсәк тип билдәләне. Белгестәрҙең күпселеге ҡайтанан һөнәри әҙерлек үткән һәм эшкә тотонорға әҙер.