Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.16

EUR 63.64

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан һәм Сыуашстан кинематографтары видеокүпер ойошторҙо

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөләге «МелодиАрт» ресторанында «Чебоксар кинофестивале ауазы» тип аталған сара үтте. Ул башҡорт фильмдарының бәләкәй халыҡтар кинематографына арналған IX Чебоксар халыҡ-ара кинофестивале йомғаҡтары буйынса ойошторолдо. Быйыл Чебоксарҙағы фестивалдә «Етегән» (режиссеры — Айсыуаҡ Йомағолов, продюсеры — Рияз Исхаҡов), «Өс хат» (реж. Руслан Юлтаев) һәм «Пилорама» (реж. Айнур Асҡаров) фильмдары ҡатнашты.

Сараны ойоштороусы булып Башҡортостандың Кинематографистар союзы сығыш яһаны. Кинематографистар союзының матбуғат секретары Зөһрә Бураҡаева әйтеүенсә, төрлө төбәктәрҙәге кинематографистарҙың артабанғы берлектәге проекттар өсөн бер-береһе менән яҡындан танышыу теләге фестивалдең төп маҡсаты булды. Сарала ҡатнашыусылар, башҡорт режиссерҙары, журналистар түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. Осрашыу башында Чебоксарҙағы фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Максим Матросов менән скайп-конференция уҙғарылды.

Һуңынан фестивалдә Гран-при яулаған «Февраль» фильмы күрһәтелде һәм башҡарма продюсер Адам Дунаев менән скайп-конференция ойошторолдо. 1944 йылда чечендарҙы депортациялау хаҡында бәйән иткән фильм журналистарҙа күп һорауҙар тыуҙырҙы. Башҡортостан кино эшмәкәрҙәрен Чечняла милли кинематографияны үҫтереү, Кинематографистар союзы эшмәкәрлеге мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы.

Сараның спикеры, «Р.И. Продакшн» студияһы продюсеры Артем Косар Өфөләге Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Владимир Ивановҡа фестивалгә барыуҙа ярҙам иткәне һәм Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Лом-Али Исраиловҡа сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть