8 декабрь, Кесе йома

08 июнь 2016 йыл, 12:35

«Урал аръяғы-2016» форумында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 10-11 июндә Сибайҙа һәм Әбйәлил районында «Урал аръяғы-2016. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ — идеянан алып тормошҡа ашырғанға тиклем» тип аталған эшҡыуарлыҡ форумы ойошторола.

Ике көнлөк форум барышында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүгә, инвестиция проекттарын бойомға ашырыу буйынса ниәттәр тураһында протоколдарға ҡул ҡуйыу ҡаралған.

Пленар ултырыш һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышын үткәреүҙән тыш, программаға төрлө түңәрәк өҫтәлдәр һәм фекер алышыуҙар ингән.

Тикшереү өсөн тәҡдим ителгән темалар араһында — бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам институттары һәм ҡоралдары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса иң яҡшы төбәк һәм муниципаль тәжрибәләр, «Бизнес өсөн күп функциялы үҙәк» йүнәлешен ғәмәлгә ашырыу, субконтрактация һәм аутсорсинг нигеҙендә ҙур предприятиеларҙы һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты берләштереү, шулай уҡ инвестициялар йәлеп итеү һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн туристик-рекреацион ҡеүәт.

«Урал аръяғы-2016» форумында яҡынса 250 делегаттың ҡатнашыуы көтөлә. Улар иҫәбендә федераль һәм төбәк власть органдары, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уны үҫтереү институттары, илдең төп бизнес структуралары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар.