5 декабрь, Дүшәмбе

08 июнь 2016 йыл, 11:52

Баш ҡалала бер юлы дүрт мәктәп төҙөлә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә бер юлы дүрт мәктәп төҙөлә. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән брифингта Ирек Ялалов хәбәр итте. Инорс-4 биҫтәһендә дөйөм белем биреү үҙәге төҙөлә башлаған, уның составына 1650 урынлыҡ мәктәп инә. Колгуев биҫтәһендә — 550, Нуғай ауылында — 825, Дим районында 850 урынға иҫәпләнгән мәктәп һалына. Сипайлово биҫтәһендә 230 урынлыҡ балалар баҡсаһы инвестор иҫәбенә төҙөлә. Артабан ул муниципаль милеккә тапшырыла, тип хәбәр итте ҡала хакимиәте башлығы.