6 декабрь, Шишәмбе

08 июнь 2016 йыл, 11:24

Өфөлә Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсына йомғаҡ яһалды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсына йомғаҡ яһалды. Йәш журналистар бәйгеһен «Йәшлек» республика йәштәр гәзите ойошторҙо.

Тәүге премияға «Үҙебеҙ һайлаған юл» исемле мәҡәләһе өсөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының 9 класс уҡыусыһы Гөлназ Мофазалова лайыҡ булды. Икенсе урында — «Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...»  мәҡәләһе өсөн Башҡорт республика гимназия-интернатының 11 класс уҡыусыһы Зәриә Моратова, «Мин сәләмәт тормош яҡлы!» мәҡәләһе өсөн Дыуан районы республика лицей-интернатының 10 класс уҡыусыһы Айһылыу Шәрипова. Өсөнсө премия өс еңеүсегә бирелде. Улар — «Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй...» мәҡәләһе авторы, Көйөргәҙе районы Рәшит Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһының 11 класс уҡыусыһы Илүзә Вәхитова, «Ысын тормошта йәшәйек» мәҡәләһе өсөн Саҡмағош ауылы Саҡмағош гимназияһының 10 класс уҡыусыһы Финат Заманов һәм «Мин — россиянмын» мәҡәләһе өсөн Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһы уҡыусыһы Ынйыгөл Ишбулатова.

Ижади бәйге йәштәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, тип хәбәр иттеләр Журналистар союзында. Уҡыусылар эштәрен хат менән ебәрҙе, «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмгә һалды. Редакцияға 100-ҙән ашыу эш килде. Журналистар акцияһы былтыр көҙ Дагомыста үткән «Бөтә Рәсәй-2015» Рәсәй Журналистар союзының ХIХ фестивалендә республика, край, округ һәм өлкә гәзиттәре араһында лауреат булды.

«Йәш журналистар үҙ фекерҙәрен белдерҙе, сағыу идеялар тәҡдим итте. Илһөйәрлек, кешелеклек, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышыу — ошоларҙың барыһы ла уларҙың әҫәрҙәрендә сағылыш тапты», — тип билдәләне жюри рәйесе, филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов.

«Йәшлек» гәзите журналистары был конкурсты киләһе йылда ла үткәрергә ниәтләй.

Булат Солтангәрәев Өфө ҡалаһы Киров районы 3-сө гимназияһының сығарылыш класы уҡыусыһы ине. Алдынғы ҡарашлы, белемле, илһөйәр рухлы, олимпиадалар, конкурстар, конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм еңеүҙәр яулаған егеттең ғүмере 2011 йылдың 22 майында фажиғәле өҙөлдө.