8 декабрь, Кесе йома

07 июнь 2016 йыл, 17:42

Өфөлә Рус география йәмғиәте Төбәктәр советының күсмә ултырышы асылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Евгения Сюткина/. Бөгөн Өфөлә Рус география йәмғиәте Төбәктәр советының II күсмә ултырышы асылды. Сара «Хилтон» отелендә Рус география йәмғиәтенең Төбәк үҫеше департаменты директоры Александр Хацкевич етәкселегендә уҙа.

Совет Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәләре рәйестәренән төҙөлгән. Өфөгә Адыгей, Ҡырым, Татарстан, Яҡутстан, Краснодар крайы, Нижегород, Пенза, Һамар, Томск, Силәбе өлкәләренән һәм илдең башҡа төбәктәренән вәкилдәр килде.

Ултырыш башында Төбәктәр советы секретары Светлана Сотникова етәкселек исеменән Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншинға Өфөлә осрашыу һәм йыйылған мәсьәләләрҙе тикшереү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

Ултырыш барышында Төбәктәр советының яңы составы менән таныштырыу булды, ҡатнашыусылар Рус география йәмғиәтен үҫтереү стратегияһын тикшерҙе һәм ағымдағы эшмәкәрлек тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Рус география йәмғиәте Төбәк үҫеше департаментының башҡарма директоры урынбаҫары Иван Тягин төбәк вәкилдәрен үҙҙәренең яғындағы туристик продукттар тураһында мәғлүмәт тупларға саҡырҙы. Туристик продукттарҙы ғәмәлгә ашырғанда тап төбәк бүлексәләренә таянырға кәрәк, сөнки үҙ төйәген унда йәшәгән халыҡтан да яҡшыраҡ белеүсе юҡ. Эштә төбәккә, ғилми берләшмәгә, йәмәғәт ойошмаларына Рус география йәмғиәте етәкселегендә үҫешергә мөмкинлек биргән үҙенсәлекте табыу мөһим, тип билдәләне ул. Ошо ыңғайы Иван Тягин Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһен миҫалға килтерҙе.

«Йыл ярым элек Башҡортостан бүлексәһендә барыһы ла яҡшы түгел ине, башҡарма властың да ярҙамы булманы. Әммә Камил Йыһаншин ошо үҙенсәлекте таба алды», — тине Иван Тягин.

Көндөң икенсе яртыһында Өфөгә Рус география йәмғиәтенең беренсе вице-президенты, Рус география йәмғиәтенең Төбәктәр советы рәйесе Артур Чилингаровтың килеүе көтөлә. Ултырыш республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында Хөкүмәт йортонда дауам итәсәк.