8 декабрь, Кесе йома

07 июнь 2016 йыл, 16:46

Йәш хәбәрселәр Мәскәүҙә «Включайся» фестивалендә үҙҙәренең эше менән таныштыра

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Телешко» телевидение мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Мәскәүҙә «Включайся» бөтә Рәсәй балалар телевидениеһы фестивалендә үҙҙәренең эше менән таныштыра. Илдең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан һәм Украинанан килгән йәш режиссерҙар, операторҙар, хәбәрселәр оҫталыҡтарын күрһәтә.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһында хәбәр итеүҙәренсә, «Телешко» телевидение мәктәбе конкурста «от А до Я», «Любопытный репортаж» һәм «Уфа рулит» проекттарын тәҡдим итә. Программала «Тамыр» балалар телеканалында эшләүселәрҙең дә эштәре бар.

Фестиваль барышында билдәле режиссерҙар, журналистар һәм педагогтар менән осрашыуҙар ойошторола. Иван Ургант, Александр Анатольевич, Мария Ситтель, шулай уҡ «Матч» һәм «Муз ТВ» телеканалдары йондоҙҙары ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, популяр телеканалдарҙың нисек эшләүен күрһәтә.

Ҡатнашыусыларҙың эштәрен өлкәндәрҙән тыш, балалар жюрийы ла баһалалай. Әйткәндәй, быйыл унда тәүге тапҡыр «Телешко» мәктәбен тамамлаған Катя Пономарева эшләй. Ике аҙна дауамында ул фестивалгә ебәрелгән 300-ҙән ашыу эште ҡараған һәм дәғүәселәрҙең исемлеген төҙөгән.

Еңеүселәр 8 июндә билдәләнә.