5 декабрь, Дүшәмбе

07 июнь 2016 йыл, 16:11

Женевала үткән һабантуйҙа Швейцария пенсионерҙары башҡорт телендә йыр башҡарҙы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Швейцарияның Женева ҡалаһында башҡорт-татар фестиваль-һабантуйы ҙур уңыш менән үтте. «Silk Road» рестораны паркында ойошторолған халыҡ байрамында 400-гә яҡын кеше ҡатнашты. Сараға Швейцария, Италия, Франция, Германия, Бөйөк Британия, Швеция, Чили, Көньяҡ Корея илдәренән ҡунаҡтар, шулай уҡ Рәсәйҙән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән, Башҡортостандан һәм Татарстандан яҡташтар йыйылды. Швейцарияла йәшәгән диаспора исеменә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетынан, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенән ҡотлауҙар килде.

Һабантуйҙы ойоштороусылар, улар араһында Швейцарияла йәшәгән яҡташыбыҙ Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес та бар, ныҡлы әҙерләнгән. Ҡунаҡтарға ҙур концерт программаһы тәҡдим ителде, унда башҡорт һәм татар йырҙары, инструменталь музыка яңғыраны. Швейцарияла йәшәүселәр байрам өсөн махсус рәүештә башҡорт телендә «Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә» йырын ишеттерҙе. Гүзәл Усманова етәкселегендә «Нуриев кеүек бейейбеҙ» мәктәп-студияһында шөғөлләнгән балалар башҡорт бейеүен башҡарҙы. Мәскәү башҡорто, «Zaman» этно-төркөмө етәксеһе Радмир Мөфтәхин гитарала башҡорт көйҙәрен уйнаны.

«Барыһы ла иң яҡшы милли традицияларҙа үтте. Байрамға Сибайҙан бөтә ғаиләм килде. Атайым Сәфәрғәли Йәнтүрин ҡурайҙа уйнаны, туғаным Урал көрәште, әсәйем ҡаҙылыҡ, тултырма, сәк-сәк килтерҙе», — тип хәбәр итте Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес.

Милли сувенирҙар һәм ҡулдан эшләнгән әйберҙәр, башҡорт һәм татар аш-һыуы күргәҙмә-йәрминкәһе, өлкәндәр һәм балалар өсөн спорт ярыштары ойошторолдо. Ҡунаҡтар башҡорт балын тәмләп ҡараны, Башҡортостан таштарынан яһалған биҙәүестәр һатып алды. Байрам һуңында башҡорт көйө аҫтында дәртле ритайым һәм бишбармаҡ-party үткәрелде.  

«Швейцариялағы һабантуй милләттәштәребеҙҙе бергә тупланы. Сит илдә йәшәһәләр ҙә, бөтә донъяны башҡорт мәҙәниәте менән таныштырырға теләктәре ҙур. Шуныһы ҡыуаныслы: улар балаларында Башҡортостанға һөйөү тәрбиәләй. Өлкәндәр һәм балалар милли кейемдә йөрөнө, йырланы һәм халыҡ бейеүҙәрен башҡарҙы. Яҡташтарыбыҙ тыуған төйәгебеҙҙең бер өлөшөн Европа үҙәгенә күсергән кеүек тойолдо», – тип билдәләне биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй тәбиғәт белеме академияһы академигы Сәфәрғәли Йәнтүрин.

Һабантуйҙы ойоштороусы булып «Юлдаш» Швейцария татарҙары һәм башҡорттары ассоциацияһы сығыш яһаны.

темалар: һабантуйҙар