4 декабрь, Йәкшәмбе

07 июнь 2016 йыл, 14:13

Башҡортостанда пенсия ваҡытынан алда таратыла башланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй көнөн байрам итеүгә бәйле республикала июнь айы өсөн пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр ваҡытынан алда таратыла башланы. Был хаҡта Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ял һәм байрам көндәре өсөн пенсия 8, 9, 10 һәм 11 июндә, 14-нән иһә билдәләнгән график буйынса бирелә. Пенсия таратыуҙың аныҡ даталары май айы квитанцияларында ла күрһәтелгән.

Пенсия фондында билдәләүҙәренсә, банкта пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр алыусыларға аҡса 12 һәм 13 июнь өсөн 10-да күсерелә.