Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Рәсәй көнөн һәм Ҡала көнөн байрам итеү салют менән тамамлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә Рәсәй көнөн һәм Ҡала көнөн байрам итеү ун минутлыҡ салют менән тамамлана. Баш ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралыҡ етәксеһе Исламетдин Мәмбәтов Рәсәй көнө, Салауат Юлаевтың тыуыуына — 262 һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 442 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында хәбәр итте.

Ҡаланың бөтә райондарында ла байрам саралары уҙғарыла, төп тамаша Ленин исемендәге майҙанда ойошторола. Бында балалар өсөн «Дуҫлыҡ каруселе» байрамы, театрлаштырылған тамаша, акциялар, концерт ҡаралған. Киске сәғәт 11-ҙә салют була.

Байрамдар үҙ көсөбөҙ менән үткәрелә, тип билдәләнеләр мэрияла. Урындағы ижади коллективтарға үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирелә. Бер нисә йылдар элек ошондай сараларҙа саҡырылған йондоҙҙар сығыш яһай ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть