Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә көслө ел йорттарҙың, мәктәптең һәм клубтың ҡыйыҡтарын емергән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Борай районы Шабай ауылында көслө дауыл йорттарҙың, мәктәптең һәм клубтың ҡыйыҡтарын алып осорған, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына район хакимиәте башлығы Борис Нурисламов.

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында аңлатыуҙарынса, 6 июндә киске сәғәт етеләр тирәһендә Борай районында дауыл ҡупҡан, уның тиҙлеге секундына 23 метрға еткән. Шабай ауылы ғәрәсәт уртаһында тороп ҡалған. Һөҙөмтәлә шәхси йорттарҙың, мәктәптең һәм клубтың ҡыйыҡтары емерелгән. Бынан тыш, электр тапшырыу линиялары өҙөлгән һәм электр энергияһын биреү туҡтатылған. Был ауылда 160 кеше йәшәй.

Зыян күргән йорт хужалары ниндәй күләмдә компенсация аласағы әле асыҡлана. Борис Нурисламов әйтеүенсә, страховкаланған йорттар тураһында дөрөҫ мәғлүмәттәр кәрәк.

Теги: дауыл
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть