9 декабрь, Йома

07 июнь 2016 йыл, 11:45

Республика Fitch Ratings агентлығының юғары кредит биреү рейтингына эйә булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Fitch Ratings халыҡ-ара рейтинг агентлығының «AA+(rus)» кимәлендәге оҙайлы кредит рейтингына эйә булды, рейтинг буйынса прогноз — «Тотороҡло». Милли шкала буйынса рейтинг республикаға тәүге тапҡыр бирелде.

«Кредит рейтингы —  кредиторҙар һәм инвесторҙарҙың ышаныс индексы, төбәктәге финанс системаһының ышаныслы булыуын күрһәтә, — тип билдәләйҙәр Башҡортостандың Финанс министрлығында. — Инвесторҙар кредит рейтингын кредит хәүефен һәм хәүеф өсөн премияны билдәләүҙең ябай ҡоралы сифатында файҙалана».

Халыҡ-ара шкала буйынса республикаға «BBB-» оҙайлы рейтингы бирелде. Был — инвестиция категорияһы рейтингы. Яҡшы кредит биреү һәләтлеген, республика бюджеты үтәлешенең һәйбәт күрһәткестәрен, бурыстың аҙлығын, төбәктең үҫешкән иҡтисадын һәм ҙур дәүләт секторын сағылдыра.

Fitch Ratings рейтингы кимәле буйынса Башҡортостан Мәскәү, Санкт-Петербург, Ханты-Манси автономиялы округы, Татарстан, Саха (Яҡут) Республикаһы, Новосибирск, Силәбе, Ленинград һәм Төмән өлкәләре менән бергә илдең тәүге ун төбәге иҫәбенә инә.

Fitch Ratings рейтинг агентлығы Standard & Poor’s һәм Moody's менән бер рәттән өс ҙур халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары иҫәбендә.