Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Виктор Гончаренко «Өфө» футбол клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнде

Спорт

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

Виктор Гончаренко «Өфө» футбол клубының баш тренеры вазифаһына тәғәйенләнде. Өфө клубының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, килешеү ике йылға иҫәпләнгән, уны артабан оҙайтыу мөмкинлеге бар.

Быға тиклем Белоруссия белгесе ЦСКА профессиональ футбол клубында баш тренер вазифаһын биләгән, команда 2015/2016 йылдар миҙгелендә Рәсәй чемпионатында алтын миҙал яулаған.

Баш тренер сифатында БАТЭ (Борисов, Белоруссия), «Кубань» (Краснодар) һәм «Урал» (Екатеринбург) командалары менән эшләгән.

18 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң, Өфө командаһын яңы баш тренер менән таныштырыу була.

Теги: футбол
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть