5 декабрь, Дүшәмбе

07 июнь 2016 йыл, 10:30

Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм Ҡытай телевидениеһы иң яҡшы тапшырыуҙары менән алмаша

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иң яҡшы тапшырыуҙары Ҡытайҙа күрһәтелә, республика тамашасылары иһә Ҡытай журналистары әҙерләгән программаларҙы ҡарай ала. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Ҡытайҙың «ССTV-Русский» телеканалы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Каналдарҙың мәғлүмәттәр, танып-белеү программалары һәм документаль фильмдар менән алмашыуы күҙ уңында тотола. Республиканың төп телеканалында Ҡытай хәбәрселәренең фән һәм инновация өлкәһендәге яңылыҡтар хаҡында тәүге сюжеттары эфирға сыҡты. Башҡортостан журналистарының «Газ. Нефть. Технологиялар» форумы һәм Волга буйы федераль округы делегацияһының Ҡытайға сәфәре тураһында материалдары «ССTV-Русский» телеканалы эфирына индерелгән.

«Ҡытай үҙәк телевидениеһының «ССTV-Русский» телеканалы — тәүлек әйләнәһенә эшләгән мәғлүмәт телеканалы, 2009 йылдан алып рус теле туған йәки икенсе тел булып һаналған илдәрҙә күрһәтә. Каналдың Евразия биләмәһендә 300 миллион тамашасыһы бар.

«Был — Башҡортостанды халыҡ-ара кимәлгә күтәреүҙә тағы бер аҙым. Республикабыҙҙа ҙур иҡтисади, спорт, фәнни форумдар үткәрелә, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашырыла, беҙҙә талантлы ғалимдар һәм белгестәр эшләй. Башҡортостан иҫтәлекле урындары, тәбиғәте менән дан тота, дөйөм алғанда, һөйләйһе яңылыҡтарыбыҙ күп», — тип иҫәпләй Башҡортостан юлдаш телеканалының баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «ССTV-Русский» каналы менән репортаждар, тапшырыуҙар һәм документаль проекттар, музыкаль контент менән бүлешергә әҙер. Республикала иһә Ҡытай телевидениеһының тапшырыуҙары һәм сюжеттары күрһәтелә.

«Ҡытайҙағы коллегаларыбыҙ менән берлектәге телевизион проект булдырыу мөмкинлеген дә тикшерәбеҙ, — тип һөйләй «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы директоры Ғәлим Яҡупов. — Беҙ хеҙмәттәшлекте киңәйтәсәкбеҙ. Киң мәғлүмәт саралары тиҙ үҫешкән заманда ресурстар менән алмашыу һәм халыҡ-ара темаларҙы төрлө яҡлап яҡтыртыу, ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мөһим».