Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡорт йырсыһы Марсель Ҡотоев «Жайыҡ DAUYSY» халыҡ-ара конкурсында лауреат булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт йырсыһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Марсель Ҡотоев «Жайыҡ DAUYSY» халыҡ-ара музыка фестивале лауреаты тип танылды. Ошо көндәрҙә Ҡаҙағстандың Атырау ҡалаһында конкурс тамамланды.

Продюсер Зәлифә Барлыбаева хәбәр итеүенсә, бәйгелә Марсель Ҡотоев «Уралым» йырын һәм «Бабалар» исемле ҡаҙаҡ халыҡ йырын башҡарған. Конкурста Ҡаҙағстан, Рәсәй, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Украина вәкилдәре лә ҡатнашҡан.

Марсель Ҡотоев — күп кенә конкурстар, шул иҫәптән «Ирәндек моңдары» төбәк-ара бәйгеһе, «Гәлсәр һандуғас» телевизион фестивале, «Урал моңо» төрки йәштәр конкурсы, Хакасияла үткән «От ыры» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть