Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәк мосолмандары изге Рамаҙан айын ҡаршы алды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Мосолмандар ислам календарының мөһим һәм абруйлы Рамаҙан айын ҡаршы алды. Рамаҙан — Ураҙа һәм бөйөк табыныу, изгелек ҡылыу, туғандарса һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, ярлыларға, етемдәргә, тол ҡатындарға ярҙам күрһәтеү ваҡыты.  

«Рамаҙан айында ожмах ҡапҡалары асылыр, тамуҡ ҡапҡалары ябылыр. Рамаҙан — ысын күңелдән ҡылған изге эштәр өсөн баһа алыу мәле», — тип хәбәр иттеләр Мосолмандарҙың үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәтендә.

Диндарҙар өсөн Ураҙа — тыйылған ғәмәлдәрҙән йырағыраҡ тороу, рухи һәм физик яҡтан таҙарыныу мөмкинлеге ул. Ҡояш байыу менән ифтар башҡарыла. Ауыҙ асыуға башҡа мосолмандар менән бергә ултырыу яҡшыраҡ. Был айҙа мосолмандар бер-береһен ҡунаҡҡа саҡыра, туғандарына, дуҫтарына бара. Диндарҙар мөмкин тиклем күберәк изге эштәр ҡылырға тырыша, Ҡөрьән уҡый, хәйер тарата, Хоҙайҙы йышыраҡ иҫенә төшөрә. Изге айҙың тәүге ун көнө ураҙа тотоусыларға Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтен, шәфҡәтен бирә, ә икенсе ун көнө гонаһтарҙан таҙарта, өсөнсөһө иһә тамуҡ утынан ҡотҡара.

Рамаҙан айының аҙағында Ҡәҙер төнө була. Ҡайһы бер ир-егеттәр Ураҙаның һуңғы ун көнөн мәсеттә үткәрә. Ошо айҙа һәр мосолман ярлылар һәм мохтаждар өсөн фитыр саҙаҡаһы түләргә тейеш. Сәләмәтлеге буйынса ураҙа тота алмағандарға һәр ҡалдырылған көн өсөн фидйә бирергә кәрәк. Изге ай хәлле мосолмандар өсөн зәкәт түләү — йылына бер тапҡыр фәҡирҙәргә саҙаҡа биреү өсөн дә ҡулай осор. Рамаҙан айы Ураҙа байрамы менән тамамлана. Был көндә халыҡ иртә таңдан мәсеттәргә йыйыла, ғәйет намаҙы уҡый, байрам табыны ҡора.

Быйыл Ураҙа байрамы 5 июлгә тура килә. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы Законға ярашлы, был көн ял көнө тип иғлан ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть