10 декабрь, Шәмбе

06 июнь 2016 йыл, 16:01

Республикала бензинға хаҡ артты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Башнефть» автозаправкалау станцияларында бензиндың бер литры 50 тингә, йәки уртаса 1,4 процентҡа ҡиммәтләнде.

Хәҙер «Нормаль-80» бензинының бер литры 32,80 һум тәшкил итә, «Регуляр-92» — 33,80, ATUM-92 — 34,30, «Премиум-95» — 37,10, ATUM-95 — 37,60, «Премиум-98» 40,10 һум тора. Дизель яғыулығына хаҡ үҙгәрмәгән.

«Башнефть» компанияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бензинға хаҡтың артыуы баҙар шарттарының үҙгәреүенә, нефть продукттарына биржа хаҡтарының 20 проценттан ашыуға һәм автобензинға акциздар ставкаһының ике тапҡырға тиерлек артыуына бәйле.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: хаҡтарҙың үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, «Башнефть» әүәлгесә яғыулыҡтың иң кәрәкле маркаларына хаҡты уртаса кимәлдә һаҡлап килә. Бынан тыш, 1 июндән 31 июлгә тиклем компанияның барлыҡ автозаправкалау станцияларында 25 литрҙан күберәк яғыулыҡ һатып алғанда бер литр өсөн өс процент күләмендә ташлама яһала.