11 декабрь, Йәкшәмбе

06 июнь 2016 йыл, 15:25

Патриарх Кирилдың Башҡортостанға рәсми сәфәре тамамланды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рус православие сиркәүе башлығының Башҡортостанға сәфәре тамамланды. Сәфәр программаһында республиканың, Өфөнөң православие сиркәүҙәре, «Ләлә-Тюльпан» мәсетенә барыу ҡаралғайны. Патриарх баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында ла булды.

«Мин шәхси сәбәптәр буйынса һәм Башҡортостандың, Өфөнөң йөҙҙәрсә йылдар буйы ил тормошонда уйнаған ролен иҫәпкә алып, күптән ошо төбәккә килергә теләгәйнем», — тип билдәләне Патриарх республика Башлығы менән осрашыуҙа.

Ике көнлөк эш сәфәренә йомғаҡ яһап, Патриарх Кирилл «быуаттар дауамында Өфө һәм Башҡортостан бөтә илгә, донъяға Хоҙайға ышанған, әммә төрлө дин тотҡан кешеләрҙең бергә йәшәй, эшләй, бер-береһен хөрмәт итә, никахлаша, балалар тәрбиәләй алыуын күрһәтә, бында мәҙәни, дини ыҙғыштар юҡ» тип билдәләне.

Изге Патриарх Кирилл тәүҙә Бөрө ҡалаһындағы Изге Троицк ҡатын-ҡыҙҙар монастыры ҡорамында булды. 1953-1954 йылдарҙа бында Изге Патриарх Кирилдың олатаһы Василий Степанович Гундяев диакон булып хеҙмәт иткән.

Рус православие сиркәүе башлығы Благовещен районындағы ҙур булмаған Уса-Степановка ауылына ла барҙы. 60-сы йылдарҙа унда олатаһы Василий Гундяев Петропавловск сиркәүендә священник булған.  

Мәскәү һәм бөтә Рәсәй Патриархы Кирилл Өфөләге Богородица Раштыуаһы кафедраль соборын изгеләндерҙе. Богородица Раштыуаһы кафедраль соборы — республиканың иң матур православие сиркәүҙәренең береһе. Уны рус православие сиркәүе башлығы ҡатнашлығында изгеләндереү — ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға. Республика халҡы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында ошо йоланы ҡарай алды.

Рус православие сиркәүе башлығы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовты «Дан һәм хөрмәт» ордены менән бүләкләне. Был награда дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарына, халыҡ-ара һәм хөкүмәт-ара ойошмаларҙың етәкселәренә, Сиркәү һәм конфессия башлыҡтарына, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә сиркәү-ара һәм дин-ара хеҙмәттәшлеккә, халыҡтар араһында татыулыҡты һәм дуҫлыҡты нығытыу эшенә ҙур өлөш индергән өсөн тапшырыла. Орден кавалерҙары араһында Изге Патриарх Алексий II, Рәсәй Президенты Владимир Путин, Фидель Кастро, шәйхел-ислам Гаджи Аллахшукюр Паша-заде һәм Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Назарбаев бар.