8 декабрь, Кесе йома

06 июнь 2016 йыл, 14:01

Баш ҡалала «рәсми» вакансияларҙың күпселегендә хеҙмәт хаҡы 15-20 мең һум тәшкил итә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә «рәсми» вакансияларҙың күпселегендә хеҙмәт хаҡы 15-20 мең һум тәшкил итә.

Мәҫәлән, 12,7 мең вакантлы урындарҙың 3,7 меңдән ашыуында хеҙмәт хаҡы — 15-20 мең, 3,1 мең буш эш урындарында 20 мең һумдан ашыуыраҡ.

Меңгә яҡын вакансия 8-10 мең һум күләмендәге эш хаҡын күҙ уңында тота.

Тағы ла 500-ҙән ашыу буш эш урынында айына 6,9-8 мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡы вәғәҙәләйҙәр.

Йәйге каникулдар ваҡытында уҡыусылар һәм студенттар өсөн эш урындарын иҫәпкә алып, 1,5 мең самаһы вакансия 6,9 мең һумдан артмаған хеҙмәт хаҡына тура килә, тип хәбәр иттеләр Өфөләге халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.