10 декабрь, Шәмбе

06 июнь 2016 йыл, 12:27

Өфөлә 20-гә яҡын йорттоң фасадын яңы граффити биҙәйәсәк

фото: Роман Хәкимов

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә 20-гә яҡын йорттоң фасадын яңы граффити биҙәйәсәк. Кисә «Өфө буяуҙар палитраһында» проекты сиктәрендә Цюрупа урамындағы 83-сө йорттоң стенаһында тәүге рәсем төшөрөлә башланы.

Эскиздың авторы – Сипайлово биҫтәһендә маршал Георгий Жуковтың портреты буйынса билдәле Артур Аудис. Проектты «Ирәмәл» сауҙа-күңел асыу комплексы ҡаршыһында «Бейеүсе ҡыҙ»ҙы төшөргән рәссам Артур Нурадинов тормошҡа ашыра. Партнер булып «MusicHall27» рестораны сығыш яһай. Техника менән ҡала хакимиәте тәьмин иткән. Һауа торошо яҡшы торһа, эште Ҡала көнөнә тиклем тамамлау ҡаралған.

Һүрәттәрҙең тематикаһы төрлө: мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт, тарих, ғаилә, бала саҡ, спорт, илһөйәрлек, тәбиғәт, кешелеклек, изгелек, дуҫлыҡ, мөхәббәт, тыныслыҡ, милләт-ара берҙәмлек. Эш барышында 20-гә яҡын фасад һайлап алынған.

Өфөлә граффити стилендә башҡарылған 30-ҙан ашыу ҙур һәм шунса уҡ бәләкәй арт-объект иҫәпләнә. Күпселеге – Октябрь һәм Дим райондарында, Советтар Союзы Маршалы Георгий Жуковтың портреты иһә илдә иң ҙуры тип танылған. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары араһында Юрий Гагарин, Муса Гәрәев һәм сабыйын күтәргән әсәнең портреттары бик популяр.