9 декабрь, Йома

06 июнь 2016 йыл, 11:34

Өфөләрҙе сәнәғәт предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 9 июндә Өфөләге халыҡ мәшғүллеге үҙәге сәнәғәт предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһен ойоштора.

«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, вакантлы урындар иҫәбендә цех начальнигы, механик, цех мастеры, водитель, йөксө, урам һепереүсе, контролер, ремонт буйынса слесарь, токарь һәм тауар төрөүсе бар.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Өфө, Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.