5 декабрь, Дүшәмбе

06 июнь 2016 йыл, 11:02

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Изге Патриарх Кирилл менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 5 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәү һәм бөтә Рәсәй Патриархы Кирилл менән осрашты. Яҡтар республикала конфессия-ара үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Һеҙҙең килеүегеҙ – беҙҙең әхлаҡи көстө нығытыу йәһәтенән ҙур ваҡиға, –  тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн ярайһы уҡ ҡатмарлы заманда кешеләрҙең ышанысын нығытыу, яңы офоҡтар асыу, уларҙың яңғыҙ түгеллеген, һеҙҙең һәм власть структуралары яғынан ярҙам булыуын күрһәтеү мөһим.

Изге Патриарх шәхси сәбәптәр буйынса (бында уның олатаһы хеҙмәт иткән) һәм Башҡортостандың йөҙҙәрсә йылдар буйы ил тормошонда уйнаған ролен иҫәпкә алып, күптән республикаға килергә теләүен билдәләне.

– Быуаттар дауамында Өфө һәм Башҡортостан бөтә илгә, донъяға Хоҙайға ышанған, әммә төрлө дин тотҡан кешеләрҙең бергә йәшәй, эшләй, бер-береһен хөрмәт итә, никахлаша, балалар тәрбиәләй алыуын күрһәтә. Бында мәҙәни, дини ыҙғыштар юҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рус Православие сиркәүе башлығы. – Башҡортостанда иҡтисадтың нисек үҫешеүен, аҡсаның нисек һаҡсыл тотонолоуын күреү ҡыуаныслы булды. Мин Өфөнөң тышҡы күренешенә, юлдарҙың һәйбәт булыуына хайран ҡалдым. Баш ҡаланан алыҫтараҡ урынлашҡан райондарға барыу ҡош бейеклегенән тәбиғәттең матурлығы менән һоҡланырға мөмкинлек бирҙе.

Изге Патриарх Башҡортостан Башлығына һәм республика халҡына ихлас ҡабул иткән һәм ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе.