Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала EcoCup документаль кино фестивале уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөлә, «Экология. Технологиялар. Тормош» тип аталған тәүге халыҡ-ара экологик форумы барышында, 80-10 июндә EcoCup («Экочашка») «йәшел» документаль кино фестивале ойошторола.

Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһының генераль директоры Альбина Килдеғолова «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында хәбәр итеүенсә, фестивалдә экологияға арналған иң яҡшы документаль фильмдар күрһәтелә.

EcoCup программаһына «Мусорная Мандала» (Италия), «Климатический сценарий» (Испания), «В погоне за нулем» (АҠШ), «Темная сторона жвачки» (Канада), «Человек» һәм «Баобабы: между землей и морем» (Франция) фильмдары ингән.

Фильмдарҙы «ВДНХ-Экспо» комплексында ҡарарға мөмкин. Адресы: Өфө, Менделеев урамы, 158. Кинотаҫмалар рус телендәге субтитрҙар менән бара.

Инеү ирекле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть