Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65 ↓

EUR 69.07 ↑

23 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

1 июлдән илдә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 7500 һум тәшкил итәсәк

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

2016 йылдың 1 июленән хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 7500 һум тәшкил итәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу 1 миллион самаһы хеҙмәткәргә ҡағыла. Уларҙың 87 проценты — дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа, 13 проценты иһә дәүләткә ҡарамаған иҡтисад секторында эшләй.

2016 йылдың 1 ғинуарында хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 4 процентҡа арттырылды һәм 6204 һум тәшкил итте. 17 майҙа Дәүләт Думаһы законды ҡабул итте һәм 25 майҙа Федерация Советы уны хупланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть