5 декабрь, Дүшәмбе

03 июнь 2016 йыл, 16:10

Өфөлә ГЛОНАСС системаһының төбәк үҙәге булдырыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Өфөлә ГЛОНАСС системаһының төбәк үҙәген асыу ҡарала. Был хаҡта «Рәсәй йыһан системалары» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Анатолий Перминов Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа белдерҙе.

– Әлеге ваҡытта беҙ ГЛОНАСС системаһы буйынса федераль селтәр операторы инфраструктураһын булдырыу буйынса тәжрибә-конструктор эшен хәл итәбеҙ, ул быйыл тамамлана, – тине Анатолий Перминов. – Илдең үҙәк өлөшөндә лә төбәк үҙәктәрен асырға кәрәк. Шуларҙың береһен Өфөлә, икенсеһен Новосибирскиҙа ойошторорға тәҡдим итәбеҙ.

Өфөлә «Рәсәй йыһан системалары» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Рәсәй субъекттарында ГЛОНАСС системаһын үҫтереү мөмкинлектәренә арналған төбәк форумында ҡатнаша. Республика етәксеһе менән әңгәмәлә ул Башҡортостан ГЛОНАСС системаһын индереү йәһәтенән башҡа төбәктәрҙән алға китеүен билдәләне.

«Транспорт навигация үҙәге»нең эше «Рәсәй йыһан системалары» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫарының ыңғай баһаһын алды.

– Хөкүмәт етәкселегендә навиагация үҙәге менән даими рәүештә эшләйбеҙ. Һуңғы ике йылда ғына килем 70 миллион һум самаһы тәшкил итте. Бер төбәктә лә бындай хәл күҙәтелмәй тиерлек. Ниһайәт, был эш, зыяндан башҡа, табыш та килтерә. Был – яҡшы һөҙөмтә, – тип хәбәр итте Анатолий Перминов. – Бөгөн республика етәксеһе сәсеү кампанияһы барышында комбайндарҙа, тракторҙарҙа навигация приборҙарының нисек эшләүенә аныҡ миҫалдар килтерҙе. Бөтә ерҙә лә яғыулыҡҡа контроль һәм мониторинг ҡуйылған. Бер кем дә урлашмай, бензин, дизель яғыулығын ҡойоу бөтөнләй юҡ. Шуға күрә республика ошо йәһәттән лайыҡлы күренә.