4 декабрь, Йәкшәмбе

03 июнь 2016 йыл, 15:12

Рөстәм Хәмитов «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Андрей Круглов менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Андрей Круглов менән осрашты. Яҡтар республиканың газ транспорты системаһын үҫтереү һәм етештереү объекттарын яңыртыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Башҡортостанда «Газпром» предприятиеларының етештереү объекттарын яңыртыу буйынса программаһы яҡшы, тип билдәләне республика Башлығы.

– Дөйөм алғанда, «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында барған модернизациялауҙан алып «Газпром» менән эшләү программаһы ҙур, – тине төбәк етәксеһе. – Программа бик ҙур: каталитик крекинг, акрил, таҙартыу ҡоролмалары һәм башҡалар. Быйыл ғына улар өс объект тапшыра. Киләһе йылда ла энергетика буйынса яңы объекттар сафҡа индерелә.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, газды тәрән эшкәртеү республикала компанияның эшмәкәрлеген үҫтереү варианты булыуы ихтимал.

Өфөгә «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең финанс-иҡтисади хеҙмәттәре һәм бүлендек йәмғиәттәре етәкселәренең күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашыу өсөн килгән Андрей Круглов республика халҡының ҡунаҡсыллығын һәм конгресс сараларын үткәреү өсөн инфраструктураның юғары кимәлдә булыуын билдәләне.

Иҡтисади ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, «Газпром» бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәүҙе дауам итәсәк. Рөстәм Хәмитов менән Андрей Круглов ҡулланыусыларҙың газ өсөн бурысы темаһын да тикшерҙе.

– Һис шикһеҙ, газ өсөн бурыс проблемаһы бар. Әммә ыңғай динамика күҙәтелә, – тип билдәләне Андрей Круглов. – Беҙ ҙә ошо мәсьәлә буйынса үҙ-ара эш итеү менән ҡыҙыҡһынабыҙ, сөнки әлеге мәсьәләне хәл итеүҙең төрлө варианттары бар. Быны «Газпром төбәк-ара газ Өфө», «Газпром газ бүлеү Өфө» компанияларында эшләгән коллегаларыбыҙ менән бергә хәл итергә кәрәк.