9 декабрь, Йома

03 июнь 2016 йыл, 14:05

«Рәсәй Башҡортостан» телеканалында башҡортса яңылыҡтар рус телендәге субтитрҙар менән эфирға сыға

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Рәсәй Башҡортостан» телеканалында башҡортса яңылыҡтар рус телендәге субтитрҙар менән эфирға сыға. «Әлеге мәлдә автоматик рәүештә башҡортсанан руссаға тәржемә иткән компьютер программаһы юҡ. Шуға күрә бөтә текстарҙы ла хәбәрселәр үҙҙәре тәржемәләй. Ун минутлыҡ субтитрҙар әҙерләү өсөн ике сәғәт самаһы ваҡыт китә», — тип хәбәр иттеләр редакцияла.

«Тәү сиратта беҙ тексты һәр материалдың темпына тура килтереүҙе йә иһә уны билдәле бер тиҙлектә күрһәтеүҙе хәл иттек. Был еңел түгел, сөнки һәр кемдең телмәр темпы төрлө, тәржемәнең оҙонлоғо алып барыусы йәки хәбәрсе уҡыған башҡорт телендәге текстың оҙонлоғона тап килмәүе ихтимал. Шулай ҙа беҙ экранда бөтә хәрефтәр ҙә күренһен өсөн тырышабыҙ», — тип һөйләне «Башҡортостан» ДТРК-һының производство-техник бүлеге инженеры Наил Насиров.

«Рәсәй Башҡортостан» телеканалында башҡорт телендәге яңылыҡтар көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙа һәм көндөҙгө 3-сө яртыла эфирға сыға.