Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың байтаҡ райондарында күп йыллыҡ үләндәрҙе сабыу башланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың 41 районында бесән һәм сенаж әҙерләү өсөн күп йыллыҡ үләндәрҙе сабыу башланды.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта 19 мең гектар самаһы майҙанда үлән сабылған, был пландың 4 процентын тәшкил итә.

Бөгөн Ғафури, Илеш, Ҡалтасы һәм Саҡмағош райондарында эштәр юғары темпта бара. Бында планлаштырылған майҙандарҙың 10-21 процентында үлән сабылған.

Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, төбәктә 5,3 мең тонна бесән һәм 11,6 мең тонна сенаж әҙерләнгән, был пландың бер процентын тәшкил итә. Әлеге көнгә шартлы бер баш малға 0,1 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть