3 декабрь, Шәмбе

03 июнь 2016 йыл, 12:35

Изге Патриарх ғаиләһенең тарихы Башҡортостан менән бәйле — Патриарх Кирилдың матбуғат секретары

фото: С.Власов

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 4 июндә Башҡортостанға ике көнлөк сәфәр менән Изге Патриарх Кирилл килә. Ошо ваҡиға алдынан «Башинформ» агентлығы Патриархтың матбуғат секретары священник Александр Волковтың интервьюһын тәҡдим итә.

Рус православ сиркәүе башлығының Башҡортостанда бер ҡасан да булғаны юҡ, әммә беҙҙең яҡтарҙа Патриархтың олатаһы, иерей Василий Степанович Гундяев, хеҙмәт иткән. Александр Волков әйтеүенсә, Изге Патриарх ғаиләһенең тарихы, ысынлап та, Башҡортостан менән бәйле. Патриарх олатаһын хөрмәтләп иҫкә ала, уның егерменсе быуаттың иң ауыр йылдарында динде һаҡлауҙағы ҡаһарманлығы — Патриархтың рухи мираҫының мөһим өлөшө, образлы итеп әйткәндә, кредоһы. Дөйөм алғанда, Патриарх өсөн ғаилә хәтере бик мөһим, ул ата-бабаларына хөрмәт менән ҡарай, улар өсөн доға ҡыла, ҡәберҙәренә бара. Был — һәйбәт миҫал. Ошо йәһәттән Патриархтың Башҡортостанға килеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостан — илебеҙҙең мөһим төбәктәренең береһе, республикала православие тормошо әүҙем үҫешә, яңыраҡ яңы епархиялар барлыҡҡа килде. Улар, һис шикһеҙ, Башҡортостанда сиркәү эшмәкәрлеген үҫтереүгә этәргес бирҙе. Патриархтың матбуғат секретары һүҙҙәренсә, ике көн эсендә ул Башҡортостан митрополияһының Өфө һәм Нефтекама епархияларында буласаҡ.

Интервьюны тулыһынса «Детально» бүлегендә уҡырға мөмкин.